Ҡарағош (ҡош)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡарағош
Ҡарағош (ҡош)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ыласын һымаҡтар
Ғаилә: Ҡарсығалар
Суб-ғаилә: Һарҙар
Ырыу: Бөркөттәр
Төр: Ҡарағош
Латинса исеме
Aquila clanga
Pallas, 1811
Ареал
рәсем

  Оялау урындары

  Ҡышлау урындары

ITIS 175411
NCBI 52409
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 VU ru.svgen:Vulnerable species
Юғалыуға бирешеүсе төр
IUCN 3.1 Vulnerable : / 106003531

Ҡарағош (урыҫ.Большой подорлик) (лат. Aquila clanga) — Ҡарсығалар ғаиләһендәге ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Ҡарағоштоң ҙурлығы ҡаҙҙай. Кәүҙә оҙонлоғо 65-73 см һәм ауырлығы 1,6 — 3,2 кг. Инә ҡоштар аталарына ҡарағанда эрерәк. Йәйелгән ҡанаттарының оҙонлоғо: ата ҡоштоҡо 158 - 176 см, инә ҡоштоҡо – 167 – 182 см, тәндәренең оҙонлоғо – ата ҡоштоҡо 65 – 70 см һәм инә ҡоштоҡо 67 – 73 см. Дөйөм төҫө ҡара-көрән, ҡойроҡ өҫтө һәм аяҡ ҡауырһындары арҡаһына ҡарағанда аҡһылыраҡ, ҡойроҡ аҫты һарғылт һәм ваҡ аҡ таптар бар, яурындары һорғолт. Елкәһе, муйыны аҡһылыраҡ, ҡойроғо ҡара-көрән. Ҡарағоштоң күҙе, суҡышы – көрән төҫтән ҡара төҫкә тиклем, тырнаҡтары бөтөнләй ҡара, ауыҙ тирәһе һәм аяҡтары һары төҫтә. Ҡарағош еңел оса. Йыш ергә ултыра һәм осраған бер ваҡ кимереүсене, бөжәктәрҙе эләктереп йөрөй. Бер урында оҙаҡ ҡына ҡорбандарын һағалап баҫып тора ала. Ҡарсыға кеүек, йыш ҡына йәшеренеп торған еренән һөжүм итә.

Таралышы

Европала Финляндияла, Польшала, Венгрияла һәм Румынияла, Азия ҡитғаһында Монголияла, Ҡытайҙа һәм Пакистанда осрай. Рәсәй биләмәләрендә Калининградтан алып Приморьеға тиклем таралған. Һиндостанда, Иранда һәм Һииндоҡытайҙа ҡышлайҙар.

Башҡортостан биләмәләрендә ҡарағош XIX быуат аҙағында XX быуат башында бөтә ерҙә лә осраған һәм оя ҡорған, таулы райондарҙа һирәгерәк. С.В. Кириков (1952), мәҫәлән 1931 һәм 1940 йылда уны Йылайыр янында Бараҡал йылғаһы һәм Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә осратҡан. Әммә В.Е.Фомин (1983) өс миҙгел (1973-1975 йылдар) күҙәтеүҙәр ваҡытында тик бер генә затты Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә осратҡан һәм ҡарағош беҙҙә оялауҙан туҡтаған тигән, һығымтаға килгән. Н.М. Лоскутова ла шундай фекерҙә була, ул 1985-1988 йылдарҙағы күҙәтеүҙәрендә ҡарағоштарҙы ҡоштарҙың күсеү ваҡыттарында ғына күргән. И.В.Карякин (1998) белдереүенсә, ҡарағош Благовещенск янында Ағиҙел йылғаһы үҙәненән түбәнгәсә, Һаҡмар, Нөгөш, Йылым, Сөм, Инйәр, Танып, Өфө һәм уның ҡушылдыҡтары – Әй, Йүрүҙән йылғалары буйҙарында, ә шулай уҡ Урал аръяғында – Оҙонкүл, Банное күлдәре тирәһендә 50-ләп пар оя ҡорған. 1994-2001 йылда ҡарағоштоң Кушнаренко районы Дмитриевск урмансылығы биләмәһендә осрағаны теркәлгән. Ырымбур өлкәһендә оялай.

Йәшәү рәүеше

Ҡарағош ҙур һыу ятҡылыҡтары янында һирәк аҡаслы асыҡ урындарҙа урынлаша. Асыҡ ерҙәрҙә һунар итә. Кешенән шул хәтлем ҡурҡа, хатта йомортҡа баҫып ултырған ояһынан да осоп китә.

Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ҡарағош глобаль юғалып барҡан ҡоштар иҫәбенә инә. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (1-се категория) индерелгән. Ҡарағошто һаҡлау өсөн аҡландарҙы, һаҙлыҡлы һыу ятҡылыҡтарын һаҡларға кәрәк. Оя ҡорған урындарҙа заказниктәр булдырыу отошло.

Туҡланыуы

Күберәк ерҙә һунар итә, әммә һыу ятҡылығының һайыраҡ урындарында осоп барғанында балыҡты эләктереп ала. Уның аҙыҡтары - ваҡ кимереүселәр, һирәгерәк ҡоштар, эре тура ҡанатлы бөжәктәр. Тәлмәрйен, кеҫәртке һәм йылан да уның ҡорбаны.

Үрсеүе

Ҡарағош Һиндостанда

Бөтә йыртҡыс ҡоштар кеүек үк ҡарағоштар ҙа парлы ғаилә булып йәшәйҙәр һәм ояларын күп йылдар ҡулланалар. Беҙгә ҡарағоштар апрелдең икенсе яртыһында осоп ҡайталар. Ҡарағоштар ояларын ағас башында 3 м-ҙан 25 м-ға тиклемге бейеҡлектә ҡоралар. Ҡайһы саҡта сит ояны ҡулланалар йәки үҙгәртеп ҡороралар.

Йомортҡа һалыу ваҡыты - май урталарына тиклем, ояла Һорғолт көрән таптар менән ҡапланған 1-3 аҡ йомортҡа була, йышыраҡ – 2. Инә ҡош 42-44 тәүлек йомортҡа баҫа, әммә ғәҙәттә берәүһе генә тере ҡала. Ҡошсоҡто ашатыуҙа ата ҡош та ҡатнаша. 6-7 аҙналыҡ ҡошсоҡ оса башлай. Август аҙағына тиклем ғаилә оя янында ҡала, һуңынан ҡышлауға осҡанға саҡлы урындан-урынға күсеп йөрөйҙәр.


Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Баянов М.Г., Маматов А.Ф. Птицы Южного Урала. – Уфа: Китап, 2009. – 376 с.
  • Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия. М.: Лабиринт-пресс 2004
  • Жизнь животных Т.6 Птицы. М.: Просвещение 1986
  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
популяция ҡыҫҡара
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә