Эволюция

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

естественный процесс развития живой природы, сопровождающийся изменением генетического состава популяций, формированием адаптаций, видообразованием и вымиранием видов, преобразованием экосистем и биосферы в цело

Филогенетика ағасы, гендар буйынса тикшереү нигеҙендә төҙөлгән рРНК, барлыҡ өс домендың: бактериялар, архейҙар, эукариоттарҙың уртаҡ сығышын күрһәтә

Биологик эволю́ция (лат. evolutio — «таралыу») — тере тәбиғәттең тәбиғи үҫеш процесы. Нигеҙендә популяцияларҙың генетик составы үҙгәреүе , яйланмаларҙың (адаптация) хасил булыуы, төрҙәрҙең барлыҡҡа килеүе һәм юҡҡа сығыуы, экосистемаларҙа һәм, бөтөн биосферала барған әүерелештәр ята.

Эволюцион процестарҙың нигеҙендә ятҡан механизмдарҙы аңлатҡан бер нисә эволюцион тәғлимәт бар. Әлеге ваҡытта иң киң ҡабул ителгәне булып классик дарвинизм һәм популяцион генетика синтезы булған эволюцияның синтетик теорияһы (СТЭ) тора[1].

СТЭ эволюция материалының (генетик мутация) эволюция механизмы (тәбиғи һайланыш) менән бәйләнешен аңлатыу мөмкинлеген бирә.

СТЭ буйынса эволюция — популяцияла гендар аллель йышлығы үҙгәреү процесы ул. Был процесс үҙ эсенә бер быуындың тормош оҙонлоғонан күберәк ваҡыт арауығын алып тора [2].

Чарлз Дарвин беренселәрҙән булып тэволюция процесын тәбиғи һайланыш тәғлимәте аша нигеҙләгән.. Тәбиғи һайланыш тәғлимәте   популяциялар тураһындағы өс дәлилгә таяна:

  1. Вариҫтар тереклек шарттары мөмкинлек биргәнгә ҡарағанда күберәк тыуа;
  2. Нәҫел эсендә төрлө организмдарҙың сифаттары төрлө. Был йәшәү һәм тоҡом ҡалдырыу ихтималлығында айырмаларға килтерә;
  3. Был сифаттар нәҫелдән күсә. Был шарттар төр эсендә конкуренцияға һәм мөхиткә бик аҙ яраҡлашҡан төрҙәрҙең һайланма элиминацияһына килтерә. Был артабанғы быуында ошо мөхиттә йәшәү һәм үрсеү мөмкинлегенә эйә сифаттары булған төрҙәр өлөшөнөң артыуына килтерә. Тәбиғи һайланыш — адаптацияның берҙән-бер билдәле сәбәбе, әммә эволюцияның берҙән-бер сәбәбе түгел. Адаптив булмаған сәбәптәргә гендар дрейфы, гендар ағымы һәм мутация инә.

Йәмғиәттә бер төрлө генә ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, эволюция, тәбиғи процесс булараҡ, ныҡлы раҫланған фәнни дәлил булып тора, бик күп эволюция раҫлауҙарға эйә һәм фәнни даирәләрҙә шик тыуҙырмай[3]. Шул уҡ ваҡытта эволюцияның механизмдарын аңлатыусы теорияның айырым аспекттары фәнни бәхәс предметы булып тора. Эволюцион биологиялағы асыштар биологияның традицион өлкәһенә генә түгел, икенсе академик дисциплиналарға, мәҫәлән, антропология, психологияға йоғонто яһай. Эволюция тураһындағы күҙаллауҙар ауыл хужалығы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙың заманса концепцияларының, медицинала, биотехнологияла һәм башҡа кеше эшмәкәрлегенең социаль әһәмиәтле өлкәләрендә киң ҡулланыла[4].

Эволюция тураһындағы күҙаллауҙар үҫеше тарихы

Инеш

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Kutschera U, Niklas KJ The modern theory of biological evolution: an expanded synthesis (инг.) // Naturwissenschaften. — 2004. — Т. 91. — № 6. — С. 255-276.
  2. Futuyma, 2005, с. 2
  3. National Academy of Science Institute of Medicine. Science, Evolution, and Creationism — National Academy Press, 2008. — ISBN 0309105862.
  4. Futuyma, Douglas. Evolution, Science, and Society: Evolutionary Biology and the National Research Agenda — Office of University Publications, Rutgers, The State University of New Jersey, 1999. — P. 46.