Хəбиров Радий Фəрит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хəбиров Радий Фəрит улы
рус. Радий Фаритович Хабиров
ингл. Radij Chabirow
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 20 март 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ишембай районы, Һайран ауыл советы, Һайран ауылы
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, ғалим, сәйәсмән, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт университеты
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Билкент университеты
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр кандидаты[d] (1998)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй

Хəбиров Радий Фəрит улы (20 март 1964 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. Юғары мәктәп уҡытыусыыһы, ғалим. Юридик фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. 2018 йылдың 11 октябренән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Биографияһы

Радий Фəрит улы Хəбиров 1964 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Һайран ауылында тыуған.Был ваҡытта атаһы Хәбиров Фәрит Барый улы мәктәп директоры булып эшләгән, тап ул ағас мәктәп урынына кирбестән яңы бина һалдыртҡан [1]. Әсәһе - шулай уҡ педагог, Хәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙы

Улдарына 6 йәш тулғанда ғаилә Ишембай ҡалаһына күсенгән[2]..

19811982 — Витязь компанияһының Ишембай транспорт машиналары эшләү заводында фрезеровщик өйрәнсеге.

Классик һәм грек-рим көрәше буйынса спорт мастерлығына кандидат (ДЮСШ № 2, Ишембай)[3])

19821984 — СССР Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт итә.

19841989 — Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты студенты.

19891992 — Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының дәүләт хоҡуҡиәте һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты, БДУ-ның студенттар профсоюз комитеты рәйесе.

19921994 — Билкент университеты магистранты, Анкара, Төркиә.

19941998 — Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының өлкән уҡытыусыһы.

19982002 — Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының деканы, доцент.

20022003 — Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының директор вазифаһын башҡарыусы, артабан — директоры.

Сентябрь 2003 — июль 2008 — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе.

27 август 2008 — декабрь 2008 — Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығының Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм сәйәси партиялар менән бәйләнеш буйынса департаменты директоры.

2009 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Президенты Эске сәйәсәт буйынса идаралығының начальник урынбаҫары.

19 сентябрь 2016 — Рәсәй Федерацияһы Президенты Эске сәйәсәт буйынса идаралығының начальник урынбаҫары вазифаһынан китеү тураһында ғариза яҙа[4].

25 ғинуар 2017 — Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлығы вәкәләттәрен ваҡытлыса башҡарыусы

28 март 2017 — 11 октябрь 2018 йыл — Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлығы

2018 йылдың 11 октябренән — Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы[5].

Юридик фәндәр кандидаты[6], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

30-ҙан ашыу фәнни баҫма авторы.

Рәсәй Федерацияһының 2 класлы ғәмәлдәге дәүләт кәңәшсеһе (РФ Президентының № 520 Указына ярашлы — 2009 йыл, 7 май)[7].

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы ()
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы (11 апрель 2014 йыл)[8]
  • Ҡырым Республикаһының «Бурысҡа тоғролоҡ» ордены (13 март 2015 йыл)[9]

Ғаиләһе

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар