26 февраль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

26 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 57-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 308 көн ҡала (кәбисә йылында 309).

февраль
Дш Шш Шр Кс Йм Шм Йк
      1 2 3 4
5 6 7 8 9 10 11
12 13 14 15 16 17 18
19 20 21 22 23 24 25
26 27 28        
2018 йыл

Christmas bell icon.png Байрамдар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
Crystal locale.png Милли байрамдар
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар

Hoplite helmet.svg Тарихи ваҡиғалар

  • 1658 — Швеция һәм Дания араһында Роскилле солох килешеүе төҙөлә.
  • 1712Рәсәйҙә Петр I ҡарары менән Тула ҡорал заводы нигеҙләнә.
  • 1714 — Петр I гвардия полктарында рядовой булып хеҙмәт итмәгән дворяндарға офицер чины биреүҙе тыйыусы ҡарар сығара.
  • 1794Францияла Милли конвент инҡилап дошмандарының милкен тартып алыу тураһында декрет сығара.
  • 1815 — Эльбаға һөргөнгә ебәрелгән Наполеон Бонапарт утрауҙан ҡаса.
  • 1832Польша Рәсәй империяһының өлөшөнә әйләнә, сеймын һәм үҙ армияһын юғалта.
  • 1848 — Францияла дворян титулдары бөтөрөлә.
  • 1852 — «Биркенхед» британ фрегаты Мәрхәмәтле Өмөт мороно янында һәләкәткә осрай, 454 кеше һәләк була.
  • 1878 — Француз телсеһе Эмиль Литтре ғалим Шарль Эммануэль Седийо үтенесе буйынса микроб терминын уйлап сығара.
  • Львовта украин яҙыусыһы Иван Франко өҫтөнән суд процесы башлана.
  • 1886 — Горловкала Рәсәйҙә тәүге терегөмөш етештерелә.
  • 1917Петроградта сыуалыш. Дәүләт Думаһы таратыла. Көндөҙгө 12-нән яңы митингылар башлана, улар ҡорал көсө менән туҙҙырыла. Ҡалала баррикадалар барлыҡҡа килә. Дөйөм стачка һәм армияның инҡилапсылар яғына сығыуы башлана.
  • «Victor» фирмаһының Нью-Йорктағы студияһында тәүге джаз грампластинкаһы яҙҙырыла.
  • 1919АҠШ-та Аризона штатында Гранд-Каньон милли паркы булдырыла.
  • 1924 — Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән Грозный ҡалаһы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә («хеҙмәтсәндәрҙең контрреволюцияға ҡаршы батырҙарса көрәше һәм артабан нефть сәнәғәтен төҙөкләндереүе өсөн).
  • 1925СССР һәм Япония араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
  • СССР-ҙа Коми-Пермяк округы булдырыла.
  • 1930 — Нью-Йоркта Америка мафияһы бостарының береһе Том Рейн үлтерелә, ҡала тарихындағы иң ҙур мафия кландары һуғышы башлана.
  • 1935 — Уйлап табыусы Роберт Уотсон-Уотт «радар» (RAdio Detection And Ranging) яйланмаһының тәүге тәжрибәләрен үткәрә.
  • 1943 — Өфөлә музыка тәрбиәләнеүселәре мәктәп-интернаты (хәҙер Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты) асыла.
  • 1954 — АҠШ-та тәүге фотойыйыулы типография машинаһы эшләнә.
  • 1955 — «Норт Америкэн» фирмаһының осоусы-һынаусыһы Джордж Смит тарихта тәүге тапҡыр тауыштан шәберәк тиҙлектә уңышлы катапультланыу эшләй.
  • 1986 — Михаил Сергеевич Горбачёв «Тиҙләнеш» курсын иғлан итә.
  • 1990 — Чехословакия территорияһынан совет ғәскәрҙәре сығарыла башлай.
  • 1991Сәддам Хөсәйен Ираҡ ғәскәрҙәренә Кувейттан сығырға бойора.
  • 1993 — Рәсәй аграр фирҡәһенең ойоштороу йыйылышы үтә.
  • 1995 — Иң боронғо инглиз банкыларының береһе «Бэррингс» бөлә (1762 йылда нигеҙләнгән була).
  • Тажикстанда тәүге парламент һайлауҙары үтә.
  • 2004Латвия сеймы илдең НАТО-ға ҡушылыуы тураһында закон ҡабул итә.
  • 2006Туринда ХХ Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана.

Nuvola apps date.svg Был көндө тыуғандар

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • 1935 — Сәләх Суҡбаев, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

Дөйөм исемлек

Cemetery template.svg Был көндө вафат булғандар

Oxygen480-actions-view-calendar.svg Йыл көндәре

Ай һәм көндәр
Ғинуар 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31


Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)