Ҡалып:Ағымдағы яҡшы мәҡәлә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Dinosaur at islamabad.jpg

Диноза́врҙар «ҡурҡыныс, ҡот осҡос, хәүефле» һәм σαῦρος «кеҫәртке» — мезозой эраһында Ер йөҙөндә 160 йыл буйы хакимлыҡ иткән умыртҡаһыҙ, ер өҫтө һөйрәлеүселәре отрядына ҡараған хайуан. Улар өҫтөнлөк иткән дәүер — яҡынса һуңғы триас осоронан (бөгөнгөнән 225 миллион йыл элек) аҡбур осоро аҙағына тиклем (бөгөндән 65 миллион йыл элек). Аҡбур осоронан өсөнсөл осорға күскән ваҡытта, сағыштырмаса ҡыҫҡа геологик ваҡыт эсендә, бик күп хайуандар һәм үҫемлектәр менән бергә юҡҡа сыға. Динозаврҙарҙың һөлдәләре планетаның бөтә континенттарында ла табылған. Палеонтологтар тарафынан был хайуандарҙың 500-ҙән артыҡ төрө билдәләнгән һәм тасуирлап һүрәтләнгән Улар ике ҙур төркөмгә бүленә — ҡоштар һәм кеҫәрткеләр.

«Динозавр» терминын фәнни әҙәбиәткә 1842 йылда инглиз биологы Ричард Оуэн беренсе тапҡыр индереп ебәрә. Ул был һүҙҙе ташҡа әйләнгән боронғо кеҫәрткеләрҙең тәү табылған һәм ҙурлығы менән ғалимдарҙы таң ҡалдырған һөлдәләрен тасуирлағанда ҡуллана. Таксономик яҡтан атама динозаврҙың теше, тырнағы һәм башҡа үҙенсәлегенә ишара булһа ла, Оуэн был терминды табылған һөлдәләрҙең нәҡ ҙурлығына ҡарап бирә. Үҙенең ҡараштарын нигеҙләп, Оуэн динозаврҙарҙы икенсел осорҙоң ҡалын тиреле хайуандары тип нарыҡлай. XIX быуатта ҙур бегемоттарҙы, филдәрҙе һәм носорогтарҙы тап ҡалын тирелеләр тип йөрөткәндәр, ә икенсел осор тип мезозой дәүере аталған.

Ер аҫтында табылған ҙур һөйәктәрҙе боронғо заманда Троя һуғышында ҡатнашыусыларҙан ҡалған тип, Урта быуаттарҙан XIX быуатҡа тиклем туфан ҡалҡыуы ваҡытында һәләк булған бәһлеүән һөйәктәре тип иҫәпләгәндәр. Алыҫ Көнсығышта аждаһа һөйәктәре, уларҙың дауалау сифаты бар тип ҡарағандар.

1824 йылда Король геология йәмғиәте президенты Уильям Бакэнд Юра осоро сланецтарында табылған бик боронғо хайуан һөйәктәре табылыуы хаҡында сығыш яһай. Сағыштырмаса анатомия белгесе Жорж Кювье ярҙамы менән Бакленд табылған һөйәктәрҙе гигант йыртҡыс кеҫәрткенеке тип квалификациялай, һәм уны мегалозавр, йәғни «ғәйәт ҙур кеҫәртке» тип атай. ↪ д а у а м ы…