Тбилиси

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тифлис битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡала
Тбилиси
თბილისი
Tbilisi 2015.jpg
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Грузия

Координаталар

41°43′00″ с. ш. 44°48′00″ в. д.HGЯO

Мэр

Давид Нармания

Нигеҙләнгән

458

Беренсе мәртәбә телгә алынған

IV век

Элекке исеме

1936 йылға тиклем — Тифли́с

Майҙаны

720[1] км²

Халҡы

&&&&&&&&01082400.&&&&&01 082 400[2] кеше (2016)

Тығыҙлығы

1533 кеше/км²

Агломерация

&&&&&&&&01113000.&&&&&01 113 000 кеше (2016)[3][4]

Милли состав

грузиндар (84,2 %), әрмәндәр (7,6 %), урыҫтар (3,0 %), осетиндар (2 %), курдтар (1,6 %), азербайджандар (1,0 %)[5]

Конфессиональ составы

православныйҙар (91,4 %), әрмән-григориандар (4,8 %), мосолмандар (1,1 %), езидтар (1,0 %)[6]

Этнохороним

тбили́сийҙар, урыҫса тбили́сцы

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+995 32

Автомобиль коды

GEO

Рәсми сайт

tbilisi.gov.ge
Ҡалып:Ref-ge (инг.)

Награды

Ленин ордены

Тбилиси (Грузия)
Тбилиси
Тбилиси

Тбили́си (груз. თბილისი tʰ'biliˌsi Tbilisi.ogg [7][8] — «йылы сығанаҡ», урыҫ теле|урыҫса «тёплый источник») — Грузияның баш ҡалаһы[9]. Кура йылғаһы буйында урынлашҡан һәм 1,5 миллионға яҡын халҡы менән илдең иң ҙур ҡалаһы һанала. Уға V быуатта нигеҙ һалынған. Европа менән Азия сигендә урынлашыуы арҡаһында Тбилиси күп тапҡыр Кавказдағы төрлө көстәрҙең үҙ-ара бәхәсенә сәбәпсе була. Ҡаланың күп ҡырлы һәм бай тарихы уның архитектураһында сағылыш тапҡан: Руставели һәм Давид Агмашенебели проспекттарынан башлап, Нарикала районындағы иртә урта быуаттар осоронан һаҡланып ҡалған тар урамдарға хәтлем — барыһы ла үҙенсәлекле күренеште тәшкил итә.

Тбилиси — дәүләт әһәмиәтендәге ҡала, Грузияның административ-территориаль бүленешенә ярашлы, илдәге крайҙарға тиңләштерелгән Тбилиси муниципалитетын тәшкил итә. Майҙаны 726 км²[1], халҡы &&&&&&&&01113000.&&&&&01 113 000 кеше (2016 йыл)[4] йәки &&&&&&&&01108717.&&&&&01 108 717 кеше (2014 йылғы иҫәп алыу), шул иҫәптән ҡаланың үҙендә йәшәүселәр &&&&&&&&01062282.&&&&&01 062 282 кеше (2014 йыл), ҡала тибындағы дүрт ҡасабала — &&&&&&&&&&016015.&&&&&016 015 кеше (2014 йыл), 22 ауыл тораҡ пунктында — &&&&&&&&&&030420.&&&&&030 420 кеше (2014 йыл) теркәлгән[2][10].

Атамаһы

«Тбилиси» атамаһы тәүге тапҡыр IV быуатта телгә алына; уның килеп сығыуын ҡалала булған йылы көкөртлө сығанҡтар менән бәйләйҙәр (грузинса ტფილისი, [Тпилиси]; тбили — «йылы»); урыҫ телендә 1936 йылға тиклем грек әҙәбиәте аша үҙләштерелгән Тифли́с һүҙе ҡулланыла[11]. 1936 йылдың 20 авгусынан рәсми нигеҙҙә атама милли яңғырашҡа яҡыныраҡ булған Тбилиси формаһында алына[11].

Символика

Ҡаланың символдары: асҡыс, флаг, герб һәм мисәт.

Флаг

Тбилиси флагы тура мөйөшлө формала, дүрт төҫтән тора: аҡ фонда асыҡ күк, алтын һәм ҡара-ҡыҙыл төҫтәге элементтар урынлашҡан: киң асыҡ күк һәм сағыштырмаса нәҙек алтынса һыҙаттар бер-береһенә перпендикуляр булып киҫешә. Нәҡ ошо киҫешеү нөктәһендә ҡара-ҡыҙыл фонда ҡала гербының график һүрәтләнеше, ә уны түңәрәкләп алтын төҫтәге ете мөйөшлө ете йондоҙ урынлаштырылған. Һыҙаттарҙың ошолай киҫелеше символик әһәмиәткә эйә.

Герб

Ҡала гербы яҙыулы түңәрәк формалағы композициянан ғибәрәт: баш «тан» хәрефенең ҡарсыға менән фазан формаһында график һүрәтләнеше һәм хәрефтәрҙең бер-бер артлы урынлашыуы баш ҡала тураһындағы легенданың асылын сағылдыра. Гербтың өҫкө ярым түңәрәге буйлап ете мөйөшлө ете йондаҙ урынлашҡан. Төп һүрәт мәңгелек һәм көс символы булған имән ботағы менән уратып алынған, уның нигеҙен «Тбилиси» тигән яҙыулы әүернә рәүешле һүрәт (крестообразное изображение) тәшкил итә. Гербтың үҙәк булмышы һыу темаһына бағышланған[12].

Мисәт

Тбилиси ҡалаһының мисәте уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында эшләнә, ә 2005 йылдың 5 июнендә рәсми раҫла-на[13]. Ҡала гербының һәм мисәтенең авторы — Эмир Бурджанадзе.

Физик-географик характеристика

Тбилиси ботаника баҡсаһындағы шарлауыҡ

Ҡаланың географик урыны

Тбилиси, Ҡура йылғаһы үҙәнендә һәм уны өс яҡтан уратҡан тауҙар биттәрендә 30 саҡрымға тиерлек тар һыҙат булып һуҙылып, Тбилиси соҡоронда урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 380—770 метр. Ҡаланың тирә-яғында 6-, 7- һәм 8-баллы ер тетрәүҙәр булырлыҡ участкалар бар. Көнсығыштан, көньяҡтан һәм өлөшләтә көнбайыштан Тбилиси Гардабан районы, төньяҡтан һәм ҡалған көнбайыш яҡтан — с Мцхет районы менән сиктәш[14].

Климат

Ҡала климаты уртаса континенталь: оҙайлы эҫе йәй, ҡыҫҡа йылы яҙ һәм йомшаҡ, бер үк ваҡытта ҡоро ҡыш.

  • Уртаса йыллыҡ температура: +13,3 °C
  • Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге: 1,5 м/с
  • Һауаның уртаса йыллыҡ дымлығы: 67 %
  • Температураның экстремаль (һуңғы сиктәге — иң түбән һәм иң юғары) күрһәткестәре: минимум −24,4° (21 ғинуар 1883 йыл); максимум +42,0° (17 июль 1882 йыл)
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C {{{Ғин_а_макс}}} 22,4 28,7 34,4 35,1 40,2 42,0 40,6 37,9 33,3 27,2 22,8 42,0
Уртаса максимум, °C {{{Ғин_ср_макс}}} 7,7 12,6 18,9 23,1 28,1 31,2 30,9 26,4 19,8 12,8 8,4 18,9
Уртаса температура, °C {{{Ғин_ср}}} 3,1 7,2 12,7 17,2 21,7 24,9 24,7 20,2 14,2 7,9 3,7 13,3
Уртаса минимум, °C −0,8 0,0 3,2 8,4 12,4 16,5 19,8 19,5 15,4 10,4 4,9 1,3 9,3
Абсолют минимум, °C −24,4 −14,8 −12,8 −3,8 1,0 6,3 9,3 8,9 0,8 −6,4 −7,1 −20,5 −24,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 18,9 25,8 30,3 50,5 77,6 76 44,9 47,5 35,6 37,5 29,9 21 495,5
Сығанаҡ: Погода и климат (температура), Всемирная метеорологическая организация (ВМО), Гонконг обсерваторияһы (яуым-төшөм нормаһы)

Туғанлашҡан ҡалалар

Ҡалалар дуҫлығын иҫкә төшөрөп торған юл күрһәткесе (Саарбрюккен, Германия)

Тбилиси менән туғанлашҡан ҡалалар:

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 თბილისი > გეოგრაფია და ბუნება (груз.)
  2. 2,0 2,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; гнп2014 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  3. в границах региона (муниципалитета) Тбилиси
  4. 4,0 4,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; оценка төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  5. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; этн төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  6. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; конфес төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  7. Pronúncia de Tbilisi: Como pronunciar Tbilisi em Georgiano, Tcheco, Italiano, Polonês, Inglês
  8. Tbilisi — Capital City of Georgia (Part One) — YouTube
  9. Столица Грузии
  10. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; снп2014 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  11. 11,0 11,1 Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь, М., «Русские словари», 1998, с. 412 — ISBN 5-89216-029-7
  12. Герб столицы — отображение легенды о столице // Муниципальный портал Тбилиси
  13. Tbilisi City Seal
  14. Месторасположение Муниципальный портал Тбилиси
  15. 15,00 15,01 15,02 15,03 15,04 15,05 15,06 15,07 15,08 15,09 15,10 15,11 Города-побратимы
  16. Oraşe înfrăţite // Официальный сайт Кишинёва
  17. Города-побратимы Томск и Тбилиси против войны. Российско-Грузинский аналитический сайт. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012. 29 ноябрь 2011 тикшерелгән.
  18. Тбилиси и Доха стали городами-побратимами

Топографик карталар

  • Лист карты K-38-78 Тбилиси. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.
  • Лист карты K-38-90 Марнеули. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.

Һылтанмалар