Еҙем тәбиғи паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

«Еҙем» ландшафтлы тәбиғи паркы
Ландшафтлы тәбиғәт паркы Еҙем йылғаһы бассейынында урынлашҡан
Ландшафтлы тәбиғәт паркы Еҙем йылғаһы бассейынында урынлашҡан
54° с. ш. 57° в. д.HGЯO
ИлРәсәй Рәсәй
Төрөландшафт паркы
Нигеҙ һалына2005
Майҙаны38,1 мең. га


«Еҙем» ландшафтлы тәбиғи паркы — төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәтте һаҡлау биләмәһе. Уға 2005 йылда[1]тәбиғәтте төҙәтеү (рекреация) ресурстарын һаҡлау, туризмды үҫтереү һәм тереклек итеүсе биологик төрҙәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында нигеҙ һалына[2]. Парк Башҡортостан Республикаһының махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре төрөнә инә[3].

Тасуирлау

Парк биләмәһендә уникаль тәбиғәт комплексы урынлашҡан. Бында ошо көнгәсә һаҡланып ҡалған һирәк осраған үҫемлектәр һәм хайуандар төрҙәре таралған. Ул Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы биләмәһендә, Еҙем йылғаһы бассейны буйлап һуҙылған. Ландшафтлы тәбиғәт паркының майҙаны 38,1 мең гектар. Һөҙәк таулы рельеф биләмәһенә 68 мәмерйә индерелгән. Шулар араһында Октябрь һәм Киндереле мәмерйәләре лә бар.[1].

Флора

Парк биләмәһенең 90%-тын урман ҡаплаған. Төп өлөшөн ҡатнаш һәм киң япраҡлы ағастар урманы тәшкил итә. Шулай уҡ күләгәгә ҡулайлашҡан ылыҫлы урманлыҡтар ҙа бар[1], реликтлы шыршылыҡтар һәм далалашҡан ҡарағайлыҡтар осрай[2]. Парктың Еҙем буйҙарына һуҙылған биләмәләрендә һыу һәм яр буйын үҙ итеүсе, ҡырсынташта үҫеүсе үҫемлектәр, өйәңке ҡатыш муйыл, ерек ҡатыш муйыл үҫкән урмандар таралған. 500-гә яҡын юғары көпшәле-епсәле үҫемлектәр күрһәтелгән. Шулар араһында 13 эндемик һәм 20 реликт үҫемлектәр бар. Эндемиктар рәтенә Урал гөлбаҙраны, башҡорт хаж ҡынаһы, имән айыутабаны, реликттарға — казак артышы, урман һоло үләне (бирәй), сыбар япраҡлы ҡыңғырау сәскәһе индерелгән.

Шиверекия үләне үҫемлеге парк биләмәһендә таралған

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡыя һуған, энә япраҡлы ҡәнәфер, Клер дөйә һеңере (астрагал), йәшел таш ҡаҙаяғы һәм 18 башҡа төр үҫемлектәр үҫә. Шулай уҡ РСФСР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән Литвинов сырмалсығы, кәкүк ситеге, дөйә ҡылғаны, шырт еҙүлән, әҙрәсгөл , шиверекия үләне үҫемлектәре таралған[1].

Фауна

«Еҙем» паркы биләмәһендә Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән 15 төр һирәк осрай торған хайуандар һаҡланған. Шулай уҡ һирәк осраусы 81 төр ҡоштар күрһәтелгән. Шулар иҫәбенән: ҡом һайҫҡаны, сапсан, бөркөт, ҡара ҡауҙы[1], баҡраҡ бөркөт:[2], көйөлдө, кәлмәргән, ҙур йылан ашаусы ҡош[2].Төрлө балыҡтар үрсетелә. Шулар араһынан һирәк осрағандарын: европа бәрҙеһен, урыҫ етеҙ балығын, зөгәйҙе, ҡыҙыл балыҡтарҙы әйтеп китергә була.[2].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар