Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Архив: 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018

27 декабрь 2014 — 11 февраль 2015

11 февраль 2015 — 19 март 2015

19 март 2015 — 11 апрель 2015

11 апрель 2015 — 18 май 2015

  • «Хәҙерге йәштәр мул тормошҡа өйрәнгән, улар насар ҡылыҡлы, дәрәжәләрҙе һанға һуҡмай, оло кешеләрҙе ихтирам итмәй…», тип яҙған боронғо грек философы Сократ.
  • Көн менән төн тигеҙләшкәндә билдәләнгән нәүрүз байрамы Башҡортостанда ла йылдан-йыл әүҙемерәк үткәрелә.
  • Башҡортостанда беренсе космонавт Ю. А. Гагаринға һәйкәл Өфө дәүләт авиация техник университеты алдында 2011 йылда ҡуйылды.
  • «Сыңрау торна» риүәйәте буйынса Фәйзи Ғәскәров либреттоһына һәм Лев Cтепанов музыкаһына 1944 йылда балет ҡуйыла, 1960 йылда фильм-балет төшөрөлә.
  • Билдәле археолог, антрополог, этнолог, гидролог, география магистры, техник фәндәр докторы, профессор С. И. Руденко «Башкиры» тигән китабында «Иң бай башҡорт 3—4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20—30 баш йылҡыға хужа», — тип яҙған.
  • Актёр, сценарист, режиссёр Чарли Чаплин үҙе тыуҙырған образ — "Берәҙәк"кә оҡшаш кешеләр конкурсында, ялған исем менән ҡатнашып, финалға ла үтә алмай.

18 май 2015 — 16 июнь 2015

  • Тере сағында тик тора, ҡырҡһалар — йөрөй башлай, нимә ул? Беләһегеҙ киләме? Сәба батшабикәһе йомаҡтарын уҡығыҙ.
  • 1917 йылдың июнендә Ырымбур ҡалаһында «Башҡорт» гәзите сыға башлай.
  • Нефтекама ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында 2014 йылдың авгусынан Наталья Водянованың «Асыҡ йөрәктәр» фонды төҙөгән балалар уйын майҙансығы эшләй.
  • Донъяла иң ҙур ярымутрау — Ғәрәп ярымутрауы. Уның майҙаны 3 250 мең км².
  • 1995 йылдың 1июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асыла.
  • Күренекле немец һәм урыҫ энциклопедиясы ғалимы Паллас «Мордва, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, ҡырғаҙ, башҡорт халыҡтарының иҫтәлекле урындары» («Merkwürdigkeiten des Morduanen, Kasaken, Kalmücken, Kirgisen, Baschkiren etc.» Франкфурт и Лейпциг, 1773—1777, нем.) тигән китабында «Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки уның һаулыҡ өсөн файҙаһы бик ҙур», — тип яҙған.

16 июнь 2015 — 14 август 2015


14 август — 20сентябрь

20 сентябрь — 16 октябрь

Сәхәбәләр мәсете

16 октябрь — 20 ноябрь

Өфө паркындағы таҡтаташ

20 ноябрь — 16 декабрь

16 декабрь — 15 ғинуар 2016

«Башҡорт» гәзитенең титул бите

15 ғинуар — 13 февраль

13 февраль — 13 апрель

Flag of Bashkortostan.svg

13 апрель

  • 1930 йылдың 18 апрелендә Би-би-си радиоһы дикторы «Бөгөн һөйләрлек яңылыҡтар бөтөнләй юҡ» тигән белдереү яһай. Яңылыҡтар урынына радионан көнө буйы фортепиано музыкаһы тапшырыла.
  • 364 миллион йыл элек, девон осоронда, диңгеҙҙәге төрҙәрҙең 50 % юҡҡа сыға.
  • Бөгөнгө көндә ҡайһы бер ғалимдар венгрҙарҙы Волганан көнсығыштағы Көньяҡ Урал далаларын һәм Тарихи Башҡортостан биләмәләрен төбәк иткән төрки һәм уғыр ҡәбиләләренең союзы тип иҫәпләй.
  • Эмпайр-стейт-билдинг бинаһы бейеклеге буйынса Ҡушма Штаттарҙа дүртенсе урында тора.
  • Боронғо грек мифологияһындағы батша улы Ясон алтын тире эҙләп сәйәхәт иткән ваҡытта тик ҡатын-ҡыҙҙар хакимлек иткән Лемнос утрауына юлыға.
  • 18 апрелдә күренекле башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтый тыуыуына 120 йәш тула.

1 июль

Ка-32А11ВС вертолёты.

14 cентябрь 2017

октябрь 2017