Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Lua хатаһы: not enough memory. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, БМО (ингл. United Nations, рус. Организация Объединённых Наций — донъяла тыныслыҡ һәм именлекте һаҡлауҙы, дәүләттәр араһында күп яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереүҙе үҙ эшмәкәрлегенең маҡсаты итеп ҡуйған халыҡ-ара ойошма. БМО ҡарарҙары Ойошма системаһына ҡараған махсус маҡсатлы агентлыҡтар, бәйле ойошмалар, шуралар һәм ағза илдәрҙең структуралары арҡылы тормошҡа ашырыла.

Тарих

Ойошма эшмәкәрлеге һәм структураһы Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Гитлерға ҡаршы коалиция булдырған илдәр тарафынан төҙөлгән. «Берләшкән Милләттәр» исеме беренсе тапҡыр 1942 йылдың 1 ғинуарында ҡул ҡуйылған «Берләшкән Милләттәр Декларацияһы»нда телгә алына.

БМО уставы 1945 йылда Сан-Франциско конференцияһында раҫлана, шул уҡ йылдың 26 июнендә 51 дәүләт вәкиле тарафынан ҡул ҡуйыла. Уставтың үҙ көсөнә инеү датаһы — 24 октябрь Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы көнө тип билгеләнә.

Структура

  • Генераль Ассамблея
  • Генераль секретарь
  • БМО-ның Именлек Советы
  • Секретариат
  • БМО-ның Халыҡ-ара суды
  • Махсус ойошмалар

Генераль секретарь

БМО-ның Генераль секретары ойошманың Именлек Советы тәҡдиме буйынса Генераль Ассамблея тарафынан яңынан һайланыу мөмкинлеге менән 5 йылға тәғәйенләнә.

Исем Фото Ил Вазифаны үтәй башлау ваҡыты Тамамлау ваҡыты
Глэдвин Джебб
Sr. Gladwyn Jebb.jpg Бөйөк Британия
(Көнбайыш Европа)
24 октябрь 1945 йыл 1 февраль 1946 йыл
1 Трюгве Хальвдан Ли
Trygve Lie.jpg Норвегия
(Көнбайыш Европа)
2 февраль 1946 йыл 10 ноябрь 1952 йыл
2 Даг Хаммаршельд
Швеция
(Көнбайыш Европа)
10 апрель 1953 йыл 18 сентябрь 1961 йыл
3 У Тан
U-Thant-10617.jpg Бирма
(Азия)
30 ноябрь 1961 йыл 1 ғинуар 1972 йыл
4 Курт Вальдхайм
Bundesarchiv Bild 183-M0921-014, Beglaubigungsschreiben DDR-Vertreter in UNO new.png Австрия
(Көнбайыш Европа)
1 ғинуар 1972 йыл 1 ғинуар 1982 йыл
5 Хавьер Перес де Куэльяр
Javier Pérez de Cuéllar.JPG Перу
(Көньяҡ Америка)
1 ғинуар 1982 йыл 1 ғинуар 1992 йыл
6 Бутрос Бутрос-Гали
Boutros Boutros-Ghali in Davos.JPG Мысыр
(Африка)
1 ғинуар 1992 йыл 1 ғинуар 1997 йыл
7 Кофи Аннан
Kofi Annan.jpg Гана
(Африка)
1 ғинуар 1997 йыл 1 ғинуар 2007 йыл
8 Пан Ги Мун
Bankimoon07052007.jpg Көньяҡ Корея
(Азия)
1 ғинуар 2007 йыл 1 ғинуар 2017 йыл

Беренсе срогы бөтөр алдынан
(2011 йылдың 21 июнендә)
вәкәләтлектәре тағы 5 йылға оҙайтылды

9 Антониу Гутерреш
António Guterres 2012 (cropped).jpg Португалия Португалия
(Көнбайыш Европа)
1 ғинуар 2017 йыл Вазифаһын башҡара

Ағза дәүләттәр

2011 йылдың 14 июленә БМО-ға 193 дәүләт керә[1].

Телдәр

БМО-ла эште ойоштороу өсөн рәсми һәм эш телдәре раҫланған. Ойошманың һәр органы өсөн ошо телдәрҙе ҡулланыу тәртибе эшләнгән.

Ойошманың барлыҡ документтары БМО-ның рәсми телдәрендә төҙөлә.

Халыҡ-ара ойошманың рәсми телдәре булған түбәндәге алты телдең махсус көнө билдәләнә:

Галерея

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтамалар