Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 44 744 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Әүҙем порталдар: Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары


Көнүҙәк мәҡәлә
Радий Хәбиров

Хəбиров Радий Фəрит улы (20 март 1964) — Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, ғалим, сәйәсмән. Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. 2018 йылдың 11 октябренән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Һайран ауылында тыуған.

дауамы…

Үҙгәртеү

Һайланған мәҡәлә
Kant (Hagemann).JPG

Иммануи́л Кант 22 апрель 1724 — 12 февраль 1804философ, немец классик (Мәғрифәтлек дәүере һәм Романтизм осоро) философияһына нигеҙ һалыусы.

1724 йылда Кёнигсбергта (Пруссия) эйәр эшләүсе ғаиләһендә тыуған. Исеме изге Иммануил хөрмәтенә бирелгән. Теология докторы Франц Альберт Шульц ҡурсылығында һәләтле баланы «Фридрихс-Коллегиум» тигән абруйлы гимназияға урынлаштыралар, 1740 йылда Кёнигсберг университетына уҡырға инә. Атаһы үлеү сәбәпле уҡыуын тамамлай алмай, 10 йыл өйҙәргә йөрөп балалар уҡыта. Тап шул осорҙа 1747—1755 йылдар үҙенең космогоник гипотезаһын баҫтырып сығара, ул Ҡояш системаһы башланғыс томанлыҡтан барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Был фекер әлегәсә йәшәп килә.

Дәрестәр биреү менән шөғөлләнә, һуңыраҡ Кенигсберг университетында приват-доцент, 1770 йылдан профессор була. И. Канттың фәлсәфи эшсәнлеген ике дәүергә бүлеп ҡарайҙар. Беренсеһе — тәнҡитсел дәүергә тиклем (70-се йылдар башына тиклем), икенсеһе — тәнҡитсел дәүер йылдары. Кант үҙ ижадының беренсе дәүерен тәбиғәт фәндәрен һәм тәбиғәт фәлсәфәһен ижад итеүгә бағышлай. Уның был өлкәләге хеҙмәттәрендә тәбиғәттәге үҙгәреш процесстары мәсьәләһе ҡуйыла.

1755 йылда Кант диссертация яҡлап, докторлыҡ дәрәжәһенә эйә була, ниһайәт, университетта уҡытырға мөмкинлек ала. 40 йыл буйы үҙен ошо эшкә бағышлай.

Ете йыллыҡ һуғыш ваҡытында 1758—1762 год Кёнигсберг Рәсәй хөкүмәте юрисдикцияһында була, был философтың хаттарында ла сағылыш таба. 1758 йылда императрица Елизавета Петровнаға ординар профессор вазифаһын һорап хат яҙа.

1770 йылдан Канттың ижадын «тәнҡитселек осоро» тип һанайҙар. 46 йәшендә Кёнигсберг университетының логика һәм метафизика профессоры итеп тәғәйенләнә, 1797 йылға тиклем бик киң даирәне — философик, математик, физик дисциплиналарҙы уҡыта.

Был осорҙа Кант фундаменталь фәлсәфәүи хеҙмәттәр яҙа, ул XVIII быуаттың бөйөк фекер эйәләренең береһе булып таныла, донъя фәлсәфәүи даирәһенә ҙур йоғонто яһай


↪ дауамы…

Исемлек (105) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Dinosaur at islamabad.jpg

Диноза́врҙар «ҡурҡыныс, ҡот осҡос, хәүефле» һәм σαῦρος «кеҫәртке» — мезозой эраһында Ер йөҙөндә 160 йыл буйы хакимлыҡ иткән умыртҡаһыҙ, ер өҫтө һөйрәлеүселәре отрядына ҡараған хайуан. Улар өҫтөнлөк иткән дәүер — яҡынса һуңғы триас осоронан (бөгөнгөнән 225 миллион йыл элек) аҡбур осоро аҙағына тиклем (бөгөндән 65 миллион йыл элек). Аҡбур осоронан өсөнсөл осорға күскән ваҡытта, сағыштырмаса ҡыҫҡа геологик ваҡыт эсендә, бик күп хайуандар һәм үҫемлектәр менән бергә юҡҡа сыға. Динозаврҙарҙың һөлдәләре планетаның бөтә континенттарында ла табылған. Палеонтологтар тарафынан был хайуандарҙың 500-ҙән артыҡ төрө билдәләнгән һәм тасуирлап һүрәтләнгән Улар ике ҙур төркөмгә бүленә — ҡоштар һәм кеҫәрткеләр.

«Динозавр» терминын фәнни әҙәбиәткә 1842 йылда инглиз биологы Ричард Оуэн беренсе тапҡыр индереп ебәрә. Ул был һүҙҙе ташҡа әйләнгән боронғо кеҫәрткеләрҙең тәү табылған һәм ҙурлығы менән ғалимдарҙы таң ҡалдырған һөлдәләрен тасуирлағанда ҡуллана. Таксономик яҡтан атама динозаврҙың теше, тырнағы һәм башҡа үҙенсәлегенә ишара булһа ла, Оуэн был терминды табылған һөлдәләрҙең нәҡ ҙурлығына ҡарап бирә. Үҙенең ҡараштарын нигеҙләп, Оуэн динозаврҙарҙы икенсел осорҙоң ҡалын тиреле хайуандары тип нарыҡлай. XIX быуатта ҙур бегемоттарҙы, филдәрҙе һәм носорогтарҙы тап ҡалын тирелеләр тип йөрөткәндәр, ә икенсел осор тип мезозой дәүере аталған.

Ер аҫтында табылған ҙур һөйәктәрҙе боронғо заманда Троя һуғышында ҡатнашыусыларҙан ҡалған тип, Урта быуаттарҙан XIX быуатҡа тиклем туфан ҡалҡыуы ваҡытында һәләк булған бәһлеүән һөйәктәре тип иҫәпләгәндәр. Алыҫ Көнсығышта аждаһа һөйәктәре, уларҙың дауалау сифаты бар тип ҡарағандар.

1824 йылда Король геология йәмғиәте президенты Уильям Бакэнд Юра осоро сланецтарында табылған бик боронғо хайуан һөйәктәре табылыуы хаҡында сығыш яһай. Сағыштырмаса анатомия белгесе Жорж Кювье ярҙамы менән Бакленд табылған һөйәктәрҙе гигант йыртҡыс кеҫәрткенеке тип квалификациялай, һәм уны мегалозавр, йәғни «ғәйәт ҙур кеҫәртке» тип атай.

↪ д а у а м ы…

Исемлек (99) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (11) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Hans Gude - By the Mill Pond - Google Art Project.jpg
Тирмән быуаһы” (1850), Ханс Фредрик Гуде.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 18 октябрь

Christmas bell icon.png Байрамдар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
Crystal locale.png Милли байрамдар
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар

♦ Кисәге: 17 октябрь ♦ Иртәгә: 19 октябрьБарлыҡ көндәр

18 октябрь юбилярҙары *
  • Мәжитов Хәсән Барлыбай улы (18.10.1923), педагог, мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1965—1972 йылдарҙа Күгәрсен районы мәғариф бүлеге мөдире. Ике Почёт Билдәһе ордены кавалеры. РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Райондың һәм Мораҡ ауылының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Сәйетҡол ауылынан.
  • Яҡшымбәтов Әҡсән Хәсән улы (18.10.1928), Сибай руднигының элекке быраулаусыһы, бригадиры, газ һәм электр менән эретеп йәбештереүсеһе. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны.
  • Ҡорбанова Мәсиҙә Ғабдулла ҡыҙы (18.10.1938), хеҙмәт ветераны, Балтас районы Уразай мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Октябрь Революцияһы ордены кавалеры.
  • Вуколов Константин Иванович (18.10.1948), педагог-төҙөүсе, мәғариф эшмәкәре, шағир. 1975—2013 йылдарҙа Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар техникумы уҡытыусыһы һәм директоры. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең почётлы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Бөтә Рәсәй һәм төбәк әҙәби конкурстар еңеүсеһе, лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Васильевка ауылынан.
  • Камалетдинов Мөсәүир Зиннур улы (18.10.1948), журналистика ветераны, СССР Журналистар союзы ағзаһы. «Туймазинский вестник» гәзитенең элекке мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
  • Салауатова Сәмирә Сәлих ҡыҙы (18.10.1948), педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1992), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005).

♦ Кисәге: 17 октябрь ♦ Иртәгә: 19 октябрьБарлыҡ көндәр
* Башҡортостан Республикаһының милли архивы мәғлүмәте буйынса

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Өмә
    * Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар | Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим