Башҡортостандың Рәсәйгә инеүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Башҡорттарҙың Рәсәйгә инеүе — башҡорттарҙың Килешеү нигеҙендә Рәсәй дәүләте составына инеүе.

Процестың дөйөм характеристикаһы

Тарихи Башҡортостандың Рус дәүләтенә инеүе тарихнамәлә бәхәсле тип һанала һәм ул өс төрлө ҡылыҡһырлана:

Процесты атап йөрөтөү буйынса ла фекерҙәр төрлөсә, берәүҙәр уны инеү, икенселәр — ҡушылыу ти. Шулай уҡ аныҡ датаны билдәләү буйынса ла һәм был тарихи фактҡа ҡарата ла альтернатив фараздар бар[1].

Тарих

XVI быуат урталарында Тарихи Башҡортостан территорияһы — Нуғай Урҙаһы, Әстерхан, Ҡазан һәм Себер ханлыҡтары дәүләттәре составына инә. Бындай факт башҡорт ҡәбиләләренең Мәскәү подданствоһын бер үк ваҡытта алыу мөмкинлегенә аяҡ сала һәм процесты ҡыйынлаштыра, оҙаҡҡа һуҙа.

1552 йылда Ҡазан ханлығын буйһондорған батша Иван IV башҡорттарға Рус дәүләтенә үҙ ихтыярҙары менән инеү тәҡдиме яһай.

Шул уҡ ваҡытта Нуғай Урҙаһында XVI быуат уртаһында сәйәси хәл-торош тотороҡһоҙ була. Элекке Ҡазан ханлығына ингән башҡорт ерҙәренә нуғай мырҙалары һәм себер хакимдары ҡул һуҙыуҙан тартынмай. Төбәктәге хәл стихиялы афәттәр, аслыҡ һәм тағун (чума) сире менән ҡатмарлаша, өҫтәүенә, биләмәләрҙең үҙ-ара тарҡалыш һуғыштары башлана[2]. XVI быуаттың икенсе яртыһына нуғайҙар Башҡортостан территорияһынан Иҙел аръяғына һәм артабан көнбайышҡа, Кубань йүнәлешендә, йәиһә көньяҡҡа, Каспий һәм Арал диңгеҙҙәре районына күсеп китә.

Халыҡ йыйындарында башҡорт ырыуҙары вәкилдәрен һайлағандар һәм улар, һөйләшеүҙәр алып барыу маҡсатында, башта Ҡазанға, артабан Мәскәүгә бара.

1554—1557 йылдарҙа Ҡазандағы батша наместнигы бояр Александр Борисович Горбатый-Шуйский менән тәүҙә Ҡазан ханлығының элекке подданныйҙары — төньяҡ-көнбайыш башҡорттары — байлар, бүләр, ғәйнә[3], ирәкте, ҡаратабын, уран, артабан үҙәк — мең һәм юрматы, көньяҡ-көнсығыш — бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, үҫәргән[4], көнсығыш ҡәбиләләре — табын, көҙәй һ.б. башҡорт ырыу-ҡәбилә вәкилдәре һөйләшеүҙәр алып бара. Башҡорттарҙың Рус дәүләтенә инеүенең йомғаҡлау этабы 1557 йылда илселәрҙең Мәскәүгә барыуы һәм унда Мәскәү властары менән һөйләшеүҙәр ойошторолоуы, башҡорттарҙың Иван IV-нән Жалованный грамоталар алыуы менән тамамлана. Грамоталарҙа ҡушылыуҙың төп шарттары тасуирлана, башҡорт ҡәбиләләренең башлыҡтары тархан һәм кенәз, ҡайһы берҙәре староста дәрәжәһенә лайыҡ була. Батша Иван IV-нең Грамоталары - Рус дәүләте менән башҡорттар араһында башҡорттарҙың Рәсәй дәүләтенә инеүе тураһындағы Килешеүе.

Урал аръяғы башҡорттарының бер өлөшө (төньяҡ-көнсығыш) Рәсәй ғәскәрҙәренең Күсем хан вариҫтары менән бәрелештәре барышында, йәғни XVI быуат аҙағында — XVII быуат башында, Себер ханлығы ер йөҙөнән юғалғас, Рус дәүләтенә инә.

Ҡушылыу шарттары

Башҡорт шәжәрәләрендә күп тапҡырҙар башҡорттарҙың ҡушылыуы тыныслыҡ шарттарында һәм батша власы менән Килешеү нигеҙендә башҡарылыуы ғына түгел, инеүҙең айырым шарттары булыуы һәм уларҙың бер яҡлы ғына үҙгәртелә алмауы тураһындағы фекер һыҙыҡ өҫтөнә алына. Батша хөкүмәте тыныс тормош, дошман агрессияһын бергәләп кире ҡайтарыу, башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын, дин тотоу иреклеген, эске эштәренә ҡыҫылмауҙы һәм урындағы үҙидараны һаҡлауҙы гарантиялай. Ә башҡорттар үҙҙәрен Рус дәүләтенең подданныйҙары итеп таный, хәрби хеҙмәт бурысын үтәү һәм яһаҡ түләү йөкләмәһен үҙ иңенә ала.

Әһәмиәте

Өфөләге Дуҫлыҡ Монументы

Башҡорттарҙың ҡушылыуының һөҙөмтәһе булып Рәсәй дәүләте территорияһының ҙурайыуы һәм халыҡ һанының байтаҡҡа артыуы тора. Башҡортостанда биләмәләр араһындағы үҙ-ара бәрелештәр туҡтатыла, сәнәғәт үҫеш ала. Әммә был үҙгәрештәр арҡаһында башҡорт халҡы үҙ аллы милли дәүләтен төҙөү мөмкинлеген юғалта.

Һуңғараҡ батша властары тарафынан Килешеү шарттары боҙола (аҫаба ерҙәр баҫып алына, һалымдар арттырыла, үҙидара юҡҡа сығарыла, көсләп суҡындырыу, христианизациялау һ.б. башлана). Атап үтелгән сәбәптәр башҡорт ихтилалдары тоҡаныуға килтерә.

Уложенный комиссия ултырыштарында үҙҙәренең наказдары һәм сығыштарында башҡорт депутаттары Туҡтамыш Ишбулатов һәм Баҙарғол Юнаев йыш ҡына Рус дәүләте составына ингәндә алынған Жалованный грамоталарға һылтана[5]. Йомғаҡлап шуны әйтергә кәрәк: башҡорттар менән Рәсәйҙең айырым мөнәсәбәттәре 1649 йылғы «Соборный Уложение»ла сағыла. Был документта, «… мөлкәттәрен тартып алыу һәм батша йәберендә булыу ҡурҡынысы аҫтында, боярҙарға, околничийҙарға, һәм думный халыҡҡа, һәм стольниктарға, һәм стряпчийҙарға һәм мәскәү дворяндарына, ҡала дворяндарына һәм бояр балаларына һәм төрлө чиндағы рус кешеләренә башҡорттарҙан ер һатып алыу, ерҙе заклад менән алмашыу, ҡортомға алыу» тыйыла. («…бояром, околничим, и думным людям, и стольникам, и стряпчим и дворяном московским и из городов дворяном и детям боярским и всяких чинов русским людям поместным всяких земель не покупать и не менять и в заклад, и сдачею и в наём на многие годы не имать.»)

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу ваҡиғалары Башҡорт шәжәрәләрендә урын ала һәм башҡорт ауыҙ-тел ижадында тасуирлана. Республикала 1957 һәм 2007 йылдарҙа Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 400 һәм 450 йыллығына бағышланған тантаналы саралар һәм ғилми конференциялар ойошторола. Ошо тарихи ваҡиғаға бағышлап Өфөлә 1957 йылда Дуҫлыҡ Монументы ҡуйыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы

Әҙәбиәт

  • Горохов А. В. XVII б. һуңында — XVIII б. беренсе яртыһында Урал һәм Көнбайыш Себерҙең Рәсәйгә ҡушылыуы.
  • Алтон С. Доннелли. Рәсәйҙең Башҡортостанды яулап алыуы. Л. Р. Бикбаеваның инглиз теленән тәржемәһе. Өфө, 1995.
  • Йәнекәйев Зөфәр Ирғәле улы. Башҡортостандың Рәсәй составындағы хоҡуҡи статусы. Өфө: «Ғилем», 2002. — 374 с.
  • Башҡорт халҡының тарихы: 7 т./ баш ред. М. М. Ҡолшәрипов; РФА-ның Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. — Өфө: Ғилем, 2011. — 476 с.: ил. — ISBN 978-5-02-037008-1. Т. III. — 2011. — ISBN 978-5-7501-1301-9 (т. 3) (в пер.)
  • Боронғо замандарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем Башҡортостан тарихы: В 2 т. / И. Ғ. Аҡманов, Н. М. Ҡолбахтин, Ә. З. Әсфәндийәров һ.б.; И. Ғ. Аҡманов редакцияһында. Т.1. Боронғо замандарҙан алып XIX б. аҙағына тиклем Башҡортостан тарихы — Өфө: Китап, 2004. — 488 б.: ил. — 111-се б..
  • Нияз Әбделхаҡ улы Мәжитов, Солтанова Ә. Н. Боронғо замандарҙан алып XVI б.тиклем Башҡортостан тарихы - Өфө, 1994.
  • Йосопов Ю. М. XV б. — XVI б.беренсе яртыһында Башҡортостан: социаль-сәйәси аспект. Кандидатлыҡ диссертацияһы — Өфө: Башҡорт дәүләт университеты (БашДУ), 2009.
  • Шәрипов Р., Исҡужин Т. Башҡортостандың Рәсәй составына инеүе: теоретик һәм тарихи-хоҡуҡи аспекттар.// "Ватандаш" ж-ғы мәҡәлә.
  • Йомағужин Ф. Рәсәйгә беҙ нисек ингәнбеҙ? // «Ватандаш» ж-ғы мәҡәлә. 1999, 2-се һан, 141—150 бб.

Иҫкәрмәләр

  1. . Мәҫәлән, Ф. Йомағужиндың альтернатив фаразы буйынса, 1554 йылда нуғай мырҙаһы Йософ Рәсәй вассаллығына эйә булған. XVII быуат башындағы ауыр шарттарға бәйле (ҡалмыҡтарҙың баҫҡынсыллығы, рустарҙың арта барған йоғонтоһо, башҡорттарҙың ризаһыҙлығы), нуғайҙар Кубангә күсенә. Ҡалмыҡтар менән һуғыш башҡорттарҙы Рус дәүләтенә ҡушылырға мәжбүр иткән: 1659 йылдың 21 авгусында Мәскәүҙә юрматы ҡәбиләһе вәкилдәре, 1671 йылдың февралендә — меңлеләр вәкилдәре, һуңғараҡ бүтәндәре ҡабул ителгән. Башҡорттарҙың Мәскәү дәүләтенә инеү процесы йөҙ йылға һуҙылған оҙон тарихи периодты үҙ эсенә алған һәм 1557 йылда башҡорттарҙан бер төркөмдөң Ҡазанға яһаҡ килтереү менән тамамланһа, ә киләһе, XVII, быуаттың икенсе яртыһында, башҡорттарҙың Мәскәү менән үҙенең мөнәсәбәттәрен иң юғары даирәләрҙә беркетеп ҡуйыуы менән тамамланған//Юмагузин Ф. Как мы вошли в состав России? // Статья в ж. «Ватандаш». 1999. № 2. С. 141—150.
  2. Шаһиттар әйтеүенсә, был йылдарҙа ҡыштар «…ныҡ зәһәр ҡаты һыуығы менән айырылып торҙо, нуғайҙарҙың бөтөн малы һәләк булды, ат өйөрҙәре генә түгел, башҡа төрлө малы ла, ә йәйгә табан үҙҙәре лә юҡҡа сыҡты»(По сведениям очевидцев, зимы были «… зело лютые и студеные, весь скот их [ногайцев] помер, яко стада конские, так и других скотов, а на лето и сами исчезоша»). Кенәз Андрей Курбский һәм инглиз илсеһе Дженкинсон мәғлүмәттәрендә, XVI б. 50-се йй. беренсе яртыһындав Нуғай Урҙаһында бер сығанаҡтарҙа хәбәр ителгәнсә, 100 мең, икенсе сығанаҡтарға ышанһаң — 1 млн кеше үлгән, тиелгән.//История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — Б. 44—58. — 476 б. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
  3. Согласно Р. Г. Кузееву, который опирается на обнаруженные в Ленинградском отделении Института востоковедения шежере племени гайна, посольство гайнинцев в 1554—1555 гг. приехало в Чердынь.//История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — Б. 44—58. — 476 б. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
  4. По утверждению Н. М. Кульбахтина, опубликованные Ю. С. Бикбовым в конце XIX века в «Оренбургской газете», а затем в 1925 году С. Г. Мирасовым копия грамоты башкирам племен Усерган, Бурзян, Кыпсак и Тамьян на самом деле представляет собой копию жалованной грамоты русского царя Ивана IV, данной башкирам этих племен в середине XVI века при их вхождении в состав Русского государства. //История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — Б. 44—58. — 476 б. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
  5. Жалованный грамоталарҙы улар үҙҙәренең наказдары нигеҙе итеп алған: «Беҙгә һәм беҙҙең ата-бабаларыбыҙға бағышланған Жалованный грамоталар ниндәй йөкмәткеле булған һәм илде обороналаған өсөн бирелгән маҡтау указдары беҙҙе төрлө дәүерҙәрҙә күп йәберләүҙәрҙән ҡурсалау маҡсатында бирелгән - уларҙың төгәл күсермәләрен юғары комиссия ҡарамағына тапшырабыҙ» // («Какого содержания жалованные грамоты и похвальные указы как нам, имянованным, так и предкам нашим за многие их оказанные службы во оборону, от всяких обид в разные времена даны были, со оных на высокое рассмотрение комиссии прилагаем при сем точные копии») //История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — Б. 44—58. — 476 б. — ISBN 978-5-7501-1301-9.

Һылтанмалар